Республика етәксеһе “Урал риүәйәте” Digital Ҡоролтайҙың икенсе форумында блогерҙар, социаль селтәрҙә эшләү буйынса белгестәр менән аралашты. Сара “Яҡтыкүл” шифаханаһында үтә.
Радий Хәбиров интернет селтәрендә эшләүгә ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Социаль селтәрҙә эшләү – заман талабы, беҙ уға яуап бирҙек, – тине ул. – Интернет менән социал селтәрҙе әллә ни өнәп еткермәйем, миңә китап яҡыныраҡ. Красногорскиҙа эшләй башлағанға тиклем социаль селтәрҙәр менән мауыҡманым. Ләкин әле улар беҙҙең өсөн мөһим инструмент, сөнки беҙ халыҡ ҡайҙа, шунда булырға тейешбеҙ, башҡа сарабыҙ юҡ.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, социаль селтәр проблемаларҙы күҙәтеү, халыҡҡа үҙ ниәттәреңде еткереү мөмкинлеген бирә, власть башҡарған эштәрҙе аңлатыу майҙансығын тәшкил итә. Сәхифәләрендәге яҙмаларҙы ла үҙе ҡалдырыуы тураһында әйтте Радий Хәбиров. Селтәрҙәге “тролдәр”гә бәйле фекерен белдерҙе.
– Ҡыҙыу кешемен, ҡайһы саҡта уларҙы дуэлгә саҡырырҙай булам, әммә был кешеләр ғәмәлдә, бәлки, юҡтыр ҙа тип, тынысланырға тырышам, – тине ул.
Форумда ҡатнашыусылар уның ҡайһы саҡта яҙмаларында орфография ҡағиҙәләрен үтәмәүен телгә алды, бының сәбәбе менән ҡыҙыҡһынды.
– Был текстың бик шәхси булыуына ишара. Рус телен мин яҡшы беләм, – тине ул.
Төбәк етәксеһе форумға тәжрибә уртаҡлашырға килгән эксперттарҙың тәҡдимдәрен тыңланы.