Һаҡлыҡ банкы банк эсендә аҡса күсереү өсөн комиссия алыуҙы тулыһынса ғәмәлдән сығарҙы.
Эш биреүселәр һәм эш хаҡы алыусы клиенттар өсөн был йөкләмә юҡҡа сығарылды ла инде, тип хәбәр итә банк етәксеһе Герман Греф. Ҡарар үткән йылдың башында уҡ ҡабул ителгәйне. Был оҙайлы процесс, ҡасан тамамланыуын әйтеүе ҡыйын, ти белгестәр.
Элегерәк Үҙәк банк, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт һәм финанс министрлығы кешеләр араһында аҡса күсерелгән осраҡтар өсөн комиссия алыныуына ҡаршы төшөп, банктарға тиҙ түләүҙәр системаһына ҡушылыуҙы тәҡдим иткәйне.
Тиҙ түләүҙәр системаһы аҡсаны ябай индентификатор буйынса (мәҫәлән, телефон номеры буйынса) күҙ асып йомғансы күсерә ала.