Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Әбйәлил районына эш сәфәре Йәнекәй ауылынан башланды.
Бында ул урындағы халыҡ менән аралашты, уларҙы борсоған проблемаларҙы асыҡланы. Һуңғы йылдарҙа ауылда йәш ғаиләләр күбәйә, сабыйҙар һаны арта, шуға күрә балалар баҡсаһына ихтыяж бар. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов әйтеүенсә, әле бындағы балалар күрше ауылдарҙағы баҡсаларға йөрөргә мәжбүр.
Радий Хәбиров быйыл 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы проектын эшләргә, киләһе йыл төҙөлөштө башларға тәҡдим итте.
Йәнекәй халҡы республика етәксеһенән автобус хәрәкәтен яйға һалыуҙа ярҙам һораны. Ул тейешле күрһәтмә бирергә вәғәҙә итте. Ике урамға газ үткәреү, яҡтылыҡ һәм ҡайһы бер башҡа мәсьәләләргә килгәндә, Радий Хәбиров район башлығына киләһе аҙнала ауыл йыйынын үткәрергә, халыҡтың фекерен асыҡларға һәм саралар планын төҙөргә ҡушты.