Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынан биш йәшлек Рамаҙан Радий Хәбиров уның менән бергә төшкән фотоһын социаль селтәрҙә урынлаштырғандан һуң ҙур танылыу яулағайны.
Бөгөн иһә Радий Хәбиров тотош Закирйәновтар ғаиләһе менән танышып, аралашып сығырға булды. Рамаҙандың һәм дүрт йәшлек Ириданың ата-әсәһе Радмир менән Әлиә өс йыл элек Өфөнән тыуған ауылдарына күсеп ҡайтҡан. Радмир үҙ эшен асҡан – партнерҙары менән ауылда мал һуйыу цехы төҙөй, Әлиә күрше Мораҡай ауылында башланғыс кластарҙы уҡыта. Балалар иһә баҡсаға йөрөй.
Төбәк етәксеһе бөгөн дә ҡунаҡҡа буш ҡул менән килмәне, кескәйҙәргә – бүләктәр, әсәгә гөлләмә тапшырҙы, Рамаҙан менән бергә төшкән фотоны ла бүләк итте. Табында Радий Хәбиров ғаиләнең йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Һуңынан ул ғаилә башлығы менән цех төҙөү майҙансығында булды.