“Йыл уҡытыусыһы” – кемдәр?25.01.2019
Ермолаевка ауылында талантлы уҡытыусыларҙы асыҡлау, уларҙың эшен баһалау, абруйҙарын күтәреү маҡсатында конкурс ойошторолдо.

Финалға һигеҙ уҡытыусы үтте. Яңы Мораптал урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Венера Кинжалеева Гран-приға лайыҡ булды. Коллегалары тәүге маҡтаулы урындарҙы яулаған математика уҡытыусыһы Наталья Копылованы, география уҡытыусылары Евгения Закурдаева һәм Александр Селищевтарҙы еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотланы.

Шуныһы яҡшы: йәш тәрбиәселәр бәйгенән ситтә ҡалманы, информатика уҡытыусыһы Юлия Титова бар йәһәттән дә өлгөрөп етеүен, төрлө яҡлы һәләттәрен күрһәтә алды.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһында Яңы Мораптал урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлзиә Мөлөкова беренсе урынға сыҡты.






Вернуться назад