Беҙҙең ике бесәй балаһы бар. Әсәйем алып ҡайтты. Береһе — минеке, икенсеһе — ҡустымдыҡы. Бесәйҙәр шундай матур, йомшаҡ. Гел шаяра үҙҙәре, һуғышып та ала. Уларға ҡустым менән икәүләп ҡушылып та китәбеҙ. Күңелле!
— Хайуандарҙы ыҙалатырға ярамай, — ти әсәйем. Шуға бесәйҙәрҙе яратып, наҙлап ҡына торабыҙ.
Илнар АҪЫЛҒУЖИН,
Мораҙым мәктәбе уҡыусыһы.
Бөрйән районы