“Һайлау беҙҙең ғаилә өсөн һәр ваҡыт байрам кеүек!” — ти Өфөнөң Дим районында йәшәүсе Миңлейәровтар. Беҙ уларҙы тауыш биргән саҡтарында күреп ҡалдыҡ. Һайлау участкаһына бишеһе бергә килгәндәр, хатта әлегә тауыш биреү хоҡуғы булмаған кескәй Батыр ҙа эйәргән.
— Дөрөҫөн генә әйткәндә, тотош ғаиләбеҙ менән һайлауға быйыл тәүге тапҡыр барабыҙ. Быға тиклем малайҙарҙың йәше етмәгәйне, бер осорҙа армияла булдылар, шуға күрә төрлөбөҙ төрлө ваҡытта бара инек, — ти Сәғирә Әхмәт ҡыҙы.
Сәғирә һәм Рәфит Миңлейәровтарҙың ғаиләһендә өс ул үҫә. Өлкәндәре Вил менән Дим — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары, ә Батыр балалар баҡсаһына йөрөй. Өлкән малайҙар, юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, ил алдында бурыстарын үтәр өсөн үҙ теләктәре менән армияла булып ҡайтҡан. Ирлек мәктәбен үтеүҙәренә тамсы ла үкенмәйҙәр. 102-се башҡорт гимназияһында башҡорт теленән уҡытыусы Сәғирә Әхмәт ҡыҙы әйтеүенсә, ғаилә башлыҡтары балаларын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләргә тейеш.
— Әгәр малайҙарға һайлауға барырға ҡушып, үҙебеҙ өйҙә ултырһаҡ — бынан ни фәтүә? Улар беҙгә ҡарап үрнәк ала, — ти ул.
Электән ҡалған ғәҙәт буйынса халыҡ һайлауҙы байрам кеүек ҡабул итә. Миңлейәровтар ҙа ил тормошондағы мөһим ваҡиғаны көтөп алған. Әсә кеше иртән иртүк тороп бәлеш ҡуйған, тәмле ризыҡтар әҙерләгән. Алты йәшлек Батыр ҙа тауыш биреү көнөнә әҙерлекле булып сыҡты. Отҡор малай сәйәси партияларҙың, уларҙың лидерҙарының исемдәрен яттан белә, һәр береһен эмблемаһынан уҡ танып, төртөп күрһәтә.
— Һайлауҙы яҡшы үҙгәрештәр булыр тип көтөп алабыҙ. Әле республика тормошонан ҡәнәғәтбеҙ: йәштәр өсөн яңынан-яңы программалар ҡабул ителә, торлаҡ, эш хаҡы мәсьәләләре хәл ителә башланы. Беҙҙең киләсәккә өмөтөбөҙ ҙур, — ти Миңлейәровтар.
Әлфиә ӘЙҮПОВА