Өфөләр эшкә һуңланы…25.01.2019
Бөгөн, 25 ғинуарҙа, иртәнге сәғәт 6-нан 11-гә тиклемге арала Өфөлә һикһән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ярай әле, һәләк булыусылар, яраланғандар юҡ.

Был хаҡта Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең дәүләт инспекцияһы хәбәр итә. Аварияларҙың күплегенә иртәндән бирле ҡоторған буран сәбәпсе. Тышта ҡаты һыуыҡ булмаһа ла, бөтә ҡала буйлап тығындар артҡан. Өфөләрҙең күбеһе эшкә һуңланы, водителдәрҙең нервыһы ҡаҡшаны, ә коммуналь хеҙмәттәргә эш артты.





Вернуться назад