Етәксе лә, шиғри күңелле ҡәләм оҫтаһы ла25.01.2019

Төбәктең данын күтәрә.

2018 менән 2019 йылдар осрашҡан тулҡынландырғыс көндәрҙә башҡорт әҙәбиәте кәштәһе матур бер китап менән тулыланды. “Ағиҙел” журналы китапханаһы” серияһында Фәрғәт Ҡотлобаевтың “Икмәкле ер. Йырлы ер” исемле шиғырҙар, мәҡәләләр йыйынтығы донъя күрҙе. Яңы баҫма — һәр йәһәттән үҙенсәлекле күренеш.

Тәүҙә шуны әйтергә кәрәк: Фәрғәт Ҡотлобаев тыныс бүл­мәлә өҫтәл янында тәфсир­ләп шиғыр яҙып ултырған ке­ше түгел. Бөтә ғүмерен тыу­ған еренә тоғро хеҙмәткә ба­ғышлаған, береһенән-бе­реһе яуаплыраҡ ойоштороу — етәкселек эштәре баш­ҡарған хеҙмәткәр ул, өҫтә­үенә, шиғри күңелле ҡә­ләм оҫтаһы. Отҡор егет кү­ңелендә шиғри матур­лыҡ һәм камиллыҡ тойғо­һон тыуған төбәктең, ауылдың, Мөхәм­мәт­сәлим Өмөтбаев, Шәриф Бик­ҡол, Ғайса Хөсә­йенов, Фә­рит Иҫәнғолов кеүек мәш­һүр шәхестәре, Ҡар­лымандың тирә-яғында­ғы хозур тәбиғәт тәрбиә­лә­гәндер. Китаптағы ошон­дай шәхестәргә, тыу­ған төйәккә арналған шиғыр­ҙар ана шул хаҡта һөйләй.

Йәнә шуныһы ла бар: береһенән-береһе мөһим, яуаплыраҡ ойоштороу эштәре башҡарған саҡтарҙа йә айырым кеше, йә халыҡ төркөмө менән туранан-тура даими аралашырға кәрәк. Үҙ ҡарашыңа инандырыу, ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бойороҡтар, күрһәтмәләр биреү генә түгел, ә күңелгә үтерлек, аҡылға тәьҫир итерлек һүҙ, мөрәжәғәт табыу — төп шарт. Икенсе төрлө әйт­кәндә, һүҙ тылсымына эйә булыу мөһим. Шиғри ҡәләмгә ынтылыу Фәрғәттә шуға бәйле тыуғандыр, моғайын. Теге йәки был сараға әҙерләнгәндә, ана шундай үтемле һүҙҙәр эҙләгәндә, һайлағанда үҙе­нән-үҙе шиғри үткерлеккә, тапҡыр­лыҡҡа, камиллыҡҡа тартылғандыр Фәрғәттең күңеле.

Икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин: китап­ҡа ингән шиғырҙар иң тәүҙә автор күңе­лендә телмәр тексы рәүешендә ярал­ғандыр. Һабантуйҙарҙа, йыйын­дарҙа, һәйкәлдәр, музейҙар асҡанда, дәрәжәле ҡунаҡтарҙы, делегацияларҙы ҡаршы­лағанда, төрлө кәңәшмәләрҙә, ауыл йыйындарында, билдәле шәхестәр­ҙең юбилей тантаналарында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, тыуған көн­дәрҙә кешеләргә телдән әйтелгән мөрәжәғәт, ҡотлау, маҡсатлы сығыш булып яңғырағанда Фәрғәт Ҡотлобаевҡа ҡарата: “Халыҡ менән аралашыу оҫталығы — башҡаларға оло өлгө”, — тип әйтәләр.
Был сығыштарҙың төп маҡсаты, мәғә­нә асылы — кешенең рухын күтәреү, хеҙ­мәттә, тормошта уңышҡа, еңеүгә өлгә­шеү өсөн ышаныс өҫтәү, ҡанат ҡуйыу. Фәрғәттең сәсәндәрсә сығышын тыңлаған күп кешеләр шаһит быға. Тимәк, шиғырҙар — иң тәүҙә кәрәк урында, кәрәк саҡта, кәрәк маҡсатта сәсән­дәрсә сығарылған һәм әйтелгән тере һүҙ ул.

Ә инде бөткөһөҙ көндәлек ойоштороу эштәренән саҡ ҡына бушап, әҙ-мәҙ ял иткән саҡта, ҡуйын дәфтәрендәге, хәтер һандығындағы шул сығыштарҙы аҡ ҡа­ғыҙға теркәп, шиғыр теҙмәһе итеп ҡуйыу ғәҙәтенә ингән Фәрғәттең. Көнө-сәғәте еткәс, шул шиғырҙарҙы бергә йыйып, беренсе тапҡыр йыйынтыҡ рәүешенә килтерә. Уға “Икмәкле ер. Йырлы ер” тип исем ҡуша.

Шиғырҙарҙы, тематик йөкмәткеһенә ҡарап, бүлектәргә һала. Әйтәйек, ошондай исемле бүлектәр барлыҡҡа килә: “Тыуған ерем, илем, ватаным”, “Туғанлыҡ, дуҫлыҡ”, “Ваҡыт ағышы” һәм башҡалар. Ошондай төплө уйланылған композицион ҡоролош йыйынтыҡтың йөкмәткеһен, шиғри үҙенсәлеген асыҡ, аңлайышлы итә, йыйынтыҡҡа бер бөтөн әҫәр төҫөн бирә. Бына шулай уңышлы китап барлыҡҡа килгән.

...Бик яуаплы эштәр башҡарған етәксе ағайҙар, пенсияға сыҡҡас, шиғыр йә проза яҙырға керешкәнен беләбеҙ, күрәбеҙ. Был ғәйеп эш түгел, ҡулға яҙыусы ҡәләме алыу бер кемгә лә тыйылмай. Фәрғәт Ҡотлобаев иһә бөгөн — йөҙөп йөрөп район хакимиәте эсендәге яуаплы эштәрҙе ойоштороусы. Тормошҡа ашырыусы. Тыуған ауылында матур итеп, ауылдаштарға өлгө күрһәтеп, донъя көтөргә лә өлгөрә.
Ҡаурый ҡәләме лә эшһеҙ тормай. Әле бер шиғыр тыуа донъяға, әле икенсеһе төшә дәфтәр битенә.

...Фәрғәт Ҡотлобаев башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ шиғырҙар сығара, уларҙы иң тәүҙә ата-әсәһенә яттан һөйләй. Улар кәңәш-төңәш бирә, тәртипле итеп таҙа ҡағыҙға күсереп яҙҙыра. Шул дәфтәрҙәр бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлана атай йортонда.

Ғүмере буйы мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән әсәһе (бөгөн мәрхүмә) Финә Нурислам ҡыҙы, атаһы Фәрит Ибраһим улы Ҡотлобаевтар улдары Фәрғәттең районда танылған етәксе, өҫтәүенә һәләтле ҡәләм эйәһе булыуына сикһеҙ шат, әлбиттә. Ғәзиз балаңдың, нәҫел-ырыуҙың бөтә төбәктең данын күтәреүен, киң танылыуын күреү ырыҫ-бәхеттең иң ҙуры инде атай-әсәй өсөн.


Вернуться назад