Бергәләп сифат өсөн25.01.2019
Бөгөн Өфөлә журналистар өсөн “Бергә медиа. Волга буйы” фестивале башланды. Сара беҙҙең баш ҡалала тәүге тапҡыр үткәрелә. Ойоштороусылар бик ҡыҙыҡлы һәм бай программа әҙерләгән. Уның маҡсаты – төбәк журналистикаһының сифатын күтәреү.

Фестиваль ҡунаҡтары көндө телеүҙәккә экскурсиянан башланы. Бында уларҙы үҙ эшмәкәрлектәре менән “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” һәм “Спутник ФМ” радиолары таныштырҙы.

Бөгөн программала: яңылыҡтар, репортаждар эшләү, рекламаны тәҡдим итеү, журналист этикаһы, социаль селтәрҙәрҙә эшләү нескәлектәре һәм башҡа темаларға ҡыҙыҡлы лекциялар, эшлекле уйындар, оҫталыҡ дәрестәре.

Фестиваль өс көн дауам итеп, йәкшәмбе кис тамамланасаҡ. Унда ҡатнашыусылар өсөн Өфө буйлап ҙур экскурсия ҡаралған.





Вернуться назад