25-27 ғинуарҙа Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты, ғалимдар, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, йәмәғәтселек эшмәкәрҙәренән торған экспедиция Ишембай районына юлланып, “Торатау” геопаркында буласаҡ.
Сәфәрҙең маҡсаты – геопарктың буласаҡ туристик маршруттарын ҡарап сығыу. Сараны Ишембай районы хакимиәте, “Рада” спорт клубы, Рус географик йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ойоштора. Унда ҡатнашыусылар тәбиғәт һәйкәлдәре, шишмәләр, шарлауыҡтар менән танышасаҡ, Торатау тауына менәсәк. Экспедиция етәксеһе – Рус географик йәмғиәтенең ағзаһы Вячеслав Аброщенко.
Экспедицияның маршруты Иҫәкәй, Маҡар, Егән, Ғүмәр, Этҡол, Хажы, Һайран, Иҫкесәк, Көҙән ауылдары аша үтәсәк.