Нөркәләрҙән изгелек бөркөлә25.01.2019
Мосолман баҡыйлыҡтағыларҙың рухына аят уҡытып, хәйер биреп торорға бурыслы. Шул уҡ ваҡытта урындағы зыяратты тәртиптә тотоу ҙа – оло хөрмәт билдәһе.

Элек-электән динлелеге, иманға, татыулыҡҡа ынтылыуы менән билдәле Балтас районы халҡы был йәһәттән үрнәк күрһәтеп йәшәй. Мәҫәлән, Нөркә ауылы биләмәһендә ғүмер иткән кешеләр урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнашып, Усман һәм Нөркәләге зыяраттарҙы заманса материал менән рәшәткәләп алыуға өлгәшкән.

“Быйыл да көсөбөҙҙө һынап ҡарамаҡсыбыҙ, – ти биләмә баш­лығы Флиҙә Ғиндуллина. – Йыйын үткәрҙек. Халыҡ был юлы билә­мәгә ҡараған Имән ауылындағы зыяратты тәртипкә килтереү мөһимлеге мәсьәләһен күтәрҙе. Тәҡдим дәррәү хупланды. Конкурста быйыл да еңеп сығып, төбәгебеҙҙе тағы ла йәмләндереүгә, мәрхүмдәрҙең рухын шатландырыуға, йәштәргә өлгө күрһәтеүгә өлгәшербеҙ тип ышанам”.






Вернуться назад