Яңғыҙ түгелһегеҙ – беҙ янығыҙҙа!25.01.2019
Йылайырҙың Юлдыбай ауылы мәсете ҡарамағындағы “Мәрхәмәт” мөслимәләр ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, улар күрше Баймаҡ районындағы шулай уҡ “Мәрхәмәт” тип аталған ҡарттар йортона барып ҡайтҡан.
“Бинала йылы, яҡты, бөхтә, – ти улар. – Бүлмәләр иркен, заманса йыһазландырылған. Өҫтәүенә бында тренажер залы бар, бильярд уйнарға мөмкин. Өлкәндәр туҡландырыу менән дә ҡәнәғәт”.
Аҡморон ҡарттар йортонда 34 кеше йәшәй, уларҙың яртыһы тиерлек хәрәкәт итеүҙән бөтөнләй мәхрүм икән. Учреждение хеҙмәткәрҙәре ололар бында ғаилә йылыһы тойһон өсөн бөтөн күңелен, көсөн һалып эшләй. Шулай ҙа, әлбиттә, тәҙрә янында моңайып, һағышҡа батып торғандар юҡ түгел...
Осрашыуҙа имам-хатип Ҡөрьән сүрәләрен уҡыған, һәр кемдең Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә ынтылып йәшәүен, һынауҙарға һынмауын теләгән. Мөслимәләр иһә матур сығыштары менән өлкәндәрҙең күңелен күтәрергә, ауыр уйҙарынан арындырырға тырышҡан, уларға бүләктәр өләшкән. Шатлыҡтан түгелгән күҙ йәштәре аша оҙатып ҡалған уларҙы ололар.