Ейәнсура районының Мәзит ауылында ғүмер һөргән өләсәйем менән ҡартатайымдың өйө тирәләй өйәңке үҫә. Уларҙың олонона ике кешенең ҡосағы ла етерлек түгел. Олондарҙағы һырҙар ҡарт кешенең йыйырсыҡтарын хәтерләтә. Кем ултыртҡан һуң уларҙы?
Элек өйҙәр ситәндән үрелгән, һалам башлы булған. Шуға күрә ут йыш сыҡҡан. 1936 йылдағы янғында бөтөн ауыл янған. Халыҡ бер ҡат кейем менән генә тороп ҡалған.
Ошо ҡазанан һуң халыҡ, Өҫкәлек йылғаһын бороп, ауылдың уртаһынан ағыҙып ебәргән. Ә ҡартатайымдың атаһы Вәли ҡарт, бүтән янғын булмаһын тип, ишек алды тирәләй өйәңке ултыртып сыҡҡан. Эргәнән йылға ла аҡҡас, ағастар бик тиҙ шаулап үҫеп киткән.
Был ваҡиғанан һуң күп ваҡыт үткән. Өҫкәлек йылғаһы ла үҙ үҙәненә кире ҡайтҡан. Ауыл күпкә ҙурайған, матурланған. Йорттар бүрәнәнән һалынып, ҡыйығы тимер менән ябылған. Ә өйәңкеләр, үткәндәрҙең хәтирәһен һаҡлап, шаулап үҫә бирә.
Ҡарлуғас ИСМӘҒИЛЕВА,
З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы