Баш ҡаланың йәмәғәт транспортындағы тәртипһеҙлек, уның замандан артта ҡалыуы күптән инде дәүләт һәм муниципаль властарҙың башын ауырттырған проблемаға әйләнгән. Өфө хакимиәте бинаһында үткән “түңәрәк өҫтәл”дә шул мәсьәләне тикшерҙеләр.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов алып барған сарала республика парламенты һәм Өфө ҡала советы депутаттары ҡатнашты. Көн тәртибенә йәмәғәтселек транспортын үҫтереү буйынса 2008 йылда уҡ ҡабул ителгән һәм һуңғы йылдарҙа ни өсөндөр иғтибарҙан төшөп ҡала яҙған республика Законының үтәлеше тураһындағы мәсьәлә ҡуйылғайны. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Федосовтың сығышынан күренеүенсә, төп иғтибар ҡала маршруттарында пассажирҙар ташыусы автобустарҙы яңыртыуға, уларҙың рәсми нигеҙҙә эшләүенә генә түгел, ә пассажирҙарҙың ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүенә, туҡталыштарҙа халыҡты транспорттың йөрөшө буйынса төрлө мәғлүмәттәр менән тәьмин итергә һәләтле “аҡыллы”, йәғни инновацион павильондар ҡуйыуға ла йүнәлтеләсәк.