Синоптиктар бөгөн көслө ҡар һәм буран буласағын алдан хәбәр иткәйне. Уларҙың иҫкәртеүҙәре дөрөҫкә сыҡты. Әлеге мәлдә Өфөлә көслө ҡар яуа һәм буран ҡотора. Был баш ҡала урамдарында 10 баллы тығындар барлыҡҡа килтерҙе.
Көндөң ҡарлы-буранлы булырын алдан иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, автомобиль хужаларының күпселеге йәмәғәт транспортына күсеп ултырырға ашыҡмай. Был иһә тығындар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.
Быйылғы ҡыш баш ҡаланың коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен дә тынғыһыҙ эшләтә. Урамдарҙы көнө-төнө таҙартыуҙарына ҡарамаҫтан, тәбиғәт алдында улар ҙа көсһөҙ, өлгөрмәйҙәр.