Ауыл мәҙәктәре25.01.2019

Энәмде эҙләйем!

Кис ғаилә ял итә – һәр кемдең үҙ шөғөлө. Инәйебеҙ телевизор алдында бәйләм тотоп ултыра. Бер мәл тороп, ниҙер эҙләй башланы. Күпмелер ваҡыттан яҡындары аптырап, нимә эҙләүен һорай. Өндәшмәй инәйебеҙ, эҙләүен дауам итә. Һорау тағы ҡабатланғас, ирененә ҡымтыған энәһен алып: “Энәмде эҙләйем!” – тип ҡысҡырып ебәрмәһенме.

Юҡ нәмә беҙҙә лә юҡ

Туҡһанынсы йылдар. Араҡыға ҡытлыҡ ваҡыт. Фәтхелислам олатайҙың ҡыҙын һоратырға ҡоҙа килеп төшә. Үҙҙәренең ниндәй йомош менән йөрөгәндәрен аңлатырға теләп:
– Юҡты эҙләп йөрөйбөҙ инде, – тип һүҙ башлайҙар.
Олатай былар араҡы һорай икән тип:
– Юҡ нәмә беҙҙә лә юҡ инде, бөтә илдә юҡ бит, – тип яуаплай.

“Беременныймы, временныймы?”

Сәлимйән үҙенең ағаһы урынына эшкә бара. Хужалар килеп төшөп, бының кемлеген асыҡлау ниәтенән һораша башлай. Ағайыбыҙ ҡауша­уынанмы, әллә урыҫсаһы шул кимәлдә буламы:
– Я беременный, беременный, – ти икән, үҙенең ваҡытлыса эшләүен аңла­тырға теләп (“временный” тип әйтергә теләгән инде).


Вернуться назад