Нурия Абдуллинаның яман сиргә ҡаршы көрәшеүе тураһында яҙып үткәйнек инде. Ярҙам йөҙөнән 25 февралдә Өфөлә “Беҙ бергә!” тигән хәйриә концерты ойоштороласаҡ.
Йырсы, композитор, журналист Нурия Абдуллинаға былтыр февралдә киҫкен миелобласт лейкозы тигән диагноз ҡуйғандар.
Тулыһынса һауығыу өсөн умыртҡалыҡтағы електе күсерегә кәрәк. Уны тикшеренеү һәм дауаланыу өсөн Төркиә клиникаһында көтәләр. Барлығы 7 370 000 һум аҡса кәрәк. Әлбиттә, ғаилә өсөн был бик ҙур сумма.
Әлеге мәлдә йырсы Өфөлә дауаханала, сираттағы химия терапияһын үтә. Уның яҡындары социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, 18-нән 23 ғинуарға тиклем 217 мең һум самаһы аҡса йыйылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ярҙам итергә теләгәндәр 89174944023 номерына бәйләнгән СБЕРБАНК 2202 2006 5121 0450 иҫәбенә аҡса күсерә ала!