Йыртҡыстар үҙебеҙҙең арала25.01.2019
Стәрлетамаҡ районында ике ир менән ике ҡатын кешене урлауҙа һәм үлтереүҙә ғәйепләнә.

Былтыр февралдә енәйәтселәрҙең береһе үлтерелгән ҡорбаны менән дошманлаша. Ул дуҫын, тағы ла ике ҡатынды эйәртеп, мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға уның фатирына юллана. Башта улар ирҙе ҡаты туҡмайҙар, унан автомобилдең багажнигына һалып, Стәрлетамаҡ районындағы баҡсасылар ширҡәтенә алып китәләр. Тағы ла туҡмайҙар. Ҡорбандың ҡаршы әрләшеүен ишетеп, асыуҙары ҡабарған енәйәтселәр уны быуып үлтерәләр. Мәйетте шунда ҡалдырып, такси саҡырталар һәм ҡайтып китәләр.

Ҡорбанды фатирынан сығарғанда күршеләр күреп тора һәм тәртип һаҡсыларын саҡыртып, хәлде һөйләп бирә. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙең эҙенә тиҙ төшә. Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған, ваҡиғаның хәл-шарттары асыҡлана.





Вернуться назад