Ленинградты ҡамауҙан сығарыуҙың 75 йыллығы хөрмәтенә Башҡортостандың “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы, “Ҡамауҙағы Ленинградта йәшәүсегә” билдәһе менән наградланған йөҙҙән ашыу кешеһенә ете мең һум күләмендә аҡсалата түләүҙәр биреләсәк, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Санкт-Петербург бюджетынан түләнеүсе аҡсаны төньяҡ баш ҡалала йәшәүселәрҙән тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге ошо категорияға ингән ветерандар ҙа аласаҡ. Санкт-Петербург ҡалаһы губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Беглов ошо ҡарарға ҡул ҡуйған.
Бер тапҡыр бирелеүсе аҡсалата түләүҙәрҙе тапшырыу йыл буйына дауам ителәсәк. Төбәктәрҙәге халыҡты социаль яҡлау органдары документтарҙа туплап, Санкт-Петербургтағы социаль сәйәсәт буйынса комитетҡа һуңламай ебәрергә бурыслы.
2019 йылдың 20 ғинуарына ҡарата Башҡортостанда Ленинградты яҡлаусылар һәм ҡамауҙағы ҡалала йәшәүселәр иҫәбенән 118 кеше йәшәй. Әлеге ваҡытта бөтә ветерандарҙың да документтары Санкт-Петербургҡа ебәрелгән. Республика ветерандары түләүҙәрҙән тыш, “Ленинградты фашист ҡамауынан тулыһынса азат итеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә” иҫтәлекле билдәһе һәм ҡотлау открыткаһы менән бүләкләнәсәк.