Иркә лә, аҡыллы ла31.05.2012
Йомшаҡ ҡына бесәйем бар,
Бигерәк иркә үҙе!
Дәрес әҙерләгәндә лә,
Көтөп ултыра түҙем.

Мәктәптән ҡайтҡанымда,
Ҡыуанып ҡаршы сыға.
Уйнап туйғас, һөт эсеп,
Менеп ята йоҡларға.

Лилиә СОЛТАНГӘРӘЕВА,
Таймаҫ гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы


Вернуться назад