Өфөнөң Совет районында тағы ла бер балалар баҡсаһы төҙөлә. Төҙөлөш майҙансығында район хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов булды.
2018 йыл аҙағында яңы корпус төҙөүгә аҡса бүлеү тураһында билдәле булғайны. Яңы йылдан авария хәлендәге корпустар һүтелә башланы. Әле ике иҫке бина тулыһынса емерелгән, төҙөлөш ҡалдыҡтары ситкә сығарылған. Урында нигеҙ һалыуға әҙерлек бара. Эшкә биш берәмек техника йәлеп ителгән. Проектҡа ярашлы, бында 4537 квадрат метрлыҡ балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк. Өс ҡатлыҡ заманса бинаны йыл аҙағында сафҡа индереү күҙаллана.