Бөгөн, 25 ғинуарҙа, республикала буран ҡотора, ҡар яуа, юлдарға көрт һала. Көньяҡтан иҫкән көслө ел әкренләп төньяҡ-көнбайышҡа күсә. Һауа температураһы көндөҙ 9-14 градус, төндә 16-21, аяҙытҡанда 23-28 градусҡа тиклем һалҡын була.
26 ғинуарҙа иһә бер аҙ ҡар яуа, һепертмә буран дауам итә. Көндөҙ 13-18, урыны менән 22, төндә 16-21 градус һалҡын була.
27 ғинуарҙа урыны менән ҡар яуа. Ел йүнәлешен үҙгәртә, талғын. Һауа температураһы төндә 26-31 , болотлағанда 21 градусҡа тиклем, көндөҙ 11-16, урыны менән 20 градусҡа тиклем һалҡын булыуы көтөлә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы халыҡты һаҡ булыу кәрәклеге, юлға сығыуҙы кисектереү тураһында иҫкәртә.