“1941 йылдың 28 декабре. Женя 1941 йылдың иртәһендә сәғәт 12-лә үлде”.
“Өләсәйем 1942 йылдың 25 ғинуарында сәғәт 3-тә үлде”.
“Лека 17 мартта, иртәнге 5-тә үлде. 1942 йыл”.
“Вася бабай 13 апрелдә, төнгө 2-лә үлде. 1942 йыл”.
“Леша бабай 10 майҙа, көндөҙгө сәғәт 4-тә үлде. 1942 йыл”.
“Әсәйем – 13 майҙың 7 сәғәт 30 минутында. 1942 йыл”.
“Савичевтар үлде”. “Бөтәһе лә үлде”. “Таня бер үҙе ҡалды”.
Тетрәнмәйенсә уҡып булмай ун бер генә йәшлек ҡыҙ баланың көндәлеген. Барлығы туғыҙ ғына бит. Ләкин ҡәһәрле һуғыштың барлыҡ михнәтенә һуғарылған был юлдар. Ҡанһырап сыҡҡан кескәй генә йөрәгенең әрнеүе. Һуғышҡа ҡәһәр, ҡарғыш, нәфрәт урғыла уларҙан. Киләсәккә оран булып яңғырай сабыйҙың йән өҙгөс ауазы: “Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ, Кешеләр! Тыныслыҡты күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ!”
Таня Савичеваның ғүмере ҡыҫҡа, бик ҡыҫҡа була. Өҫтәүенә, аяныслы, фажиғәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның яҙмышын һуғыш осоро балаларының күптәре үҙенсә ҡабатлай. Ә бит бәхетле булыр, яратып-яратылыр өсөн тыуған бит улар. Үлем көҫәгән ҡоҙғондай ҡоторонған фашизм барыһын емерә, селпәрәмә килтерә. Кем һуң ул Таня? Заманаһының ябай ғына ҡыҙы. 1930 йылда ишле, татыу ғаиләлә донъяға килә. Атаһының икмәк һалыу пекарняһы, кондитер һәм икмәк магазиндары, хатта бәләкәйерәк кенә кинотеатры була. Ләкин 30-сы йылдарҙа илдә шәхси милеккә башҡаса ҡарай башлайҙар. Ә хужаларын ҡаланан ситкә – 101-се километрғаса оҙаталар. Башҡа етеш, эшлекле ғаиләләр менән бергә Савичевтарҙы ла махсус ҡасабаға ебәрәләр. Ғаилә башлығы Николай был хәлгә – рәхимһеҙлеккә, ғәҙелһеҙлеккә бик ныҡ ҡайғыра: берәмтекләп йыйған бар донъяһын юғалта, артабан бөтәһен яңынан башларға, нисек тә биш балаһын ҡарарға кәрәк. Тик… бер туҡтауһыҙ көсөргәнешлек, уйланыу-ҡайғырыуҙар, ауыр эш үҙенекен итә – яман шеш ауырыуы аяҡтан йыға ла 1936 йылда фанилыҡтан алып китә.
Ғаилә башлығын юғалтҡан ғаилә атаһының бер туған ағалары – Василий менән Леонид йәшәгән йортҡа килеп һыйына. Яйлап тормоштары көйләнә башлай. 1941 йыл етә. 22 июндә Таняның өләсәһенең тыуған көнө була. Нәҡ ошоноң алдынан ғына барыһы ла Дворищиға туғандарына ҡунаҡҡа барырға йыйыналар. Ләкин оло йәштәге инәйҙе тыуған көнөндә ҡалдырып китеү килешмәҫ, һуңынан юлланырбыҙ тип уйлап, Мишаның үҙен генә ебәрә торалар. Ә иртәгәһенә…
Башҡа ҡала халҡы һымаҡ уҡ, Савичевтар ғаиләһе лә Ленинградты обороналауға булышлыҡ итә: әсәләре һалдаттарға кейем тегә, Нина окоптар ҡаҙырға китә, Женя яралыларға ҡан бирә, заводҡа эшкә йөрөй, Таня яндырғыс шыйыҡса өсөн тиҫтерҙәре менән шешә йыя. Лека һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап хәрби комиссариатҡа бара, тик, күҙе насар күреү сәбәпле, кире боралар. Василий менән Леонид бабаларын да ҡайтаралар – оло йәштәгеләрҙе алмайҙар.
8 сентябрь. Кешелек тарихында иң оҙайлы, иң аяныслы булып ҡан менән яҙылған блокада башлана. Бер көн Таня апаһы Нинаның телефон номерҙары өсөн тотҡан алфавитлы блокнотын табып ала. Уның күпмелер өлөшөнә Нина ниҙер яҙһа, алфавитлы яғы буш була. Ана шул яғына инде “ж” хәрефе битенә кескәй генә ҡулдар тәүге битте яҙа: “1941 йылдың 28 декабре. Женя 1941 йылдың иртәгәһендә сәғәт 12-лә үлде”.
Таняның икенсе апаһы Нина 1941 йылдың февралендә өйөнә ҡайтмай. Был турала ҡыҙыҡай көндәлегенә бер ни теркәмәй, сөнки апаһының иҫән булыуына ышана. Өмөтләнеүе бушҡа булмай – Нинаны ашығыс рәүештә эвакуацияға оҙаталар. Миша-Михаил да, ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, һуғыштан иҫән ҡайта.
Яңғыҙы ҡалған Таняны 1942 йылдың йәйендә балалар йортона оҙаталар. Августа иһә йәтимдәрҙе Шатки ҡасабаһына эвакуациялайҙар. 1944 йылдың мартында, бик ҡаты ауырығандан һуң, Таня Понетаевка ауылында урынлашҡан ғәриптәр йортона күсерелә. Медицина карточкаһына ошондай диагноз яҙыла: “Зәңге, дистрофия, нервылар ҡаҡшауы, һуҡырайыу…” 1944 йылдың 1 июлендә Таняның йөрәге тибеүҙән туҡтай…
Блокаданан һуң Нина Ленинградҡа ҡайта. Әсәһе үлгәс Таняны бер-ике аҙна ҡараған өләсәһенең туғаны Евдокияға бара. Шунда ун туғыҙ битенә ҡәләм менән сыймаҡланған үҙенең блокнотын таба. Осраҡлы ғына (бәлки, яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр) был яҙмаларҙы танышы, Эрмитаждың ғалим-секретары күреп ҡала. Ул уны 1946 йылда “Ленинградты батырҙарса обороналау” тип аталған күргәҙмәгә ҡуя. Осраҡлы ғына һаҡланып ҡалған был көндәлек фашизмдың енәйәтен фашлаған, башкиҫәрҙәрҙең өҫтөнән барған Нюрнберг процесына ла бирелә. Бөгөн ул Санкт-Петербургтың дәүләт тарих музейында һаҡлана. Күсермәләре донъяның барлыҡ мөйөшөнә таратылған. Яҙмалар үлемесле һуғышты ҡәһәрләгән символға әүерелгән.