Бөгөн – Рәсәй студенттары көнө.Кәримә Әхтәмова Өфө дәүләт нефть техник университетында, иҡтисад һәм сервис институтының II курсында, белем ала. Ҡыҙ, тырышып уҡыуҙан тыш, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, үҙен төрлө өлкәләрҙә уңышлы һынап ҡарай.
Кәримә Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатын алтын миҙалға тамамлай, мәктәп йылдарында ике тапҡыр ҡала хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ була. Әүҙем ҡыҙ үҙен төрлө өлкәләрҙә эҙләй: һигеҙ йыл каратэ менән шөғөлләнә, бейеү серҙәренә төшөнә, вокал, фортепиано, һынлы сәнғәт мәктәбе, гитара, театр түңәрәктәренә йөрөй. Республика кимәлендәге бәйгеләрҙә даими ҡатнаша, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләй. “Йәш гвардия” ойошмаһының активисткаһы, ЮНЕСКО мәктәбе клубының президенты булыуҙан тыш, Кәримәне фән өлкәһе лә ҡыҙыҡһындыра, “Башҡорттар сит илдә: йолаларға тоғролоҡ” исемле ғилми хеҙмәт яҙа.
– Белем алыуҙан тыш, хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға яраттым, йәмғиәт өсөн мөһим проблемаларҙың сиселеш юлдары ҡыҙыҡһындырҙы. Башҡортостанға файҙалы кеше булыр өсөн күберәк белергә, өйрәнергә ынтылдым, киләсәк тормошомдо ла сәйәси-йәмәғәт эшмәкәрлеге менән бәйләгем килә ине, – ти ҡыҙ гимназия йылдары хаҡында.
Кәримә 11-се класта уҡыған сағында төҙөгән “Ирекмәндәр өсөн инглиз теле” проектын юғары уҡыу йортона ингәс тә дауам итә. Республикабыҙҙа уҙған халыҡ-ара сараларҙа ирекмән булараҡ ҡатнашырға теләп тә, инглиз телен белмәгәндәр өсөн ҙур ярҙам булған проект юғары баһалана, унда ҡатнашыусылар, шул иҫәптән Кәримә үҙе лә 2017-2018 йылдарҙа Конфедерациялар кубогына һәм футбол буйынса донъя чемпионатына эләгә.
Әле Кәримә нефть университетында белем алыуҙан тыш, асылына хыянат итмәй, ул ҡала советының Йәштәр йәмәғәтселек палатаһы ағзаһы.
– Ҡаланың депутаттар советы, граждандарҙың мәнфәғәтен күргән кеүек, беҙ ҙә, мәктәп уҡыусылары, студенттар менән эш итәбеҙ. Улар менән һөйләшәбеҙ, проекттарын бойомға ашырырға ярҙам итәбеҙ, – ти Кәримә.
Әүҙем ҡыҙ бер ойошма менән генә сикләнеп ҡалмай, ул Гражданлыҡ һәм мәғрифәтселек йәштәр союзында ла тора.
– Беҙ бында яңы быуын вәкилдәре, йәғни өлкән класс уҡыусылары менән эшләйбеҙ, төрлө слеттар, саралар, квестар, уйын технологиялары ярҙамында аралашабыҙ, киләсәктең төҙөүсеһе тап үҙебеҙ икәнен төшөндөрәбеҙ, – тине ул ойошманың эшмәкәрлеге хаҡында.
Алдағы көнөнә ҙур ышаныс менән баҡҡан, уҡыуҙа ла, йәмәғәт тормошонда ла күптәргә өлгө Кәримә Әхтәмовала ватансылыҡ тойғоһо ла көслө. “Тыуған илемде яратам, республика өсөн ҡулымдан килгәндең бөтәһен дә эшләйәсәкмен. Башҡортостанда көнкүреш кимәлен күтәреү, уны башҡа төбәктәргә өлгө итеп ҡуйыу – маҡсатым ошо”, – ти ул.