Әлиә менән Батыр Ғәлимовтарҙы республикала күптәр беләлер, моғайын. Батыр, “Е7Е-медиа” студияһын булдырып, унда фильмдар һәм популяр клиптар төшөрә. Ҡатыны Әлиә, ике бәләкәй бала әсәһе булһа ла, бер ҙә тик тормай, үҙен һәр өлкәлә һынап ҡарай, бик әүҙем тормош алып бара.
Бөгөн уларға иғтибар итеүебеҙҙең тос ҡына сәбәбе бар: 27 ғинуарҙа улар Өфөнөң Урмансылар паркында “Үҙ тормошоң авторы” тигән хәйриә йүгереүе ойоштороп, 500 мең һум аҡса йыйырға ниәтләй.
Ғәлимовтар ғаиләһенең дуҫтары һәм таныштары бик күп. Улар бергәләшеп “Тормошто әүҙемләштереү” тигән тренинг үтә. Шундағы команда менән берләшеп, “Аңлы Өфө” исемле ойошма булдыралар, төрлө изге эштәр марафоны үткәрергә ҡарар итәләр. Ойошма социаль селтәрҙәр аша аҡса йыя һәм бүләктәр, кәрәк-яраҡ, тәмлекәстәр алып, ҡарттар йортона, инвалид балаларға, социаль приюттарға бара. Шулай уҡ тирә-яҡты таҙартыуҙа ҡатнашып, өмәләр ойошторалар, мохтаждарға ҡан бирәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡулдарынан нимә килә, шуны башҡарырға, күберәк кешегә ярҙам итергә тырышалар.
– Хәҙер бар көсөбөҙҙө иртәнән һуң Урмансылар паркында үтәсәк йүгереү ярышына һалабыҙ. Башланғыс пакеттар түләүле – 1 мең һум. Һәр теләгән кеше уны һатып ала һәм йә 5, йә 10 километр араға йүгерә. Әйткәндәй, был пакетты һатып алып йүгермәҫкә лә мөмкин, иң мөһиме, аҡса түләнһен, – ти Әлиә, буласаҡ акцияның шарттарын аңлатып.
Паркта йүгереү генә түгел, ысын мәғәнәһендә ҙур байрам ойоштороласаҡ. Мең самаһы кеше флешмоб-гимнастика яһаясаҡ, утлы шоу, фокустар, йыр-бейеү ойоштороласаҡ, лотерея уйнатыласаҡ. Аҙаҡ сәй табыны ҡаралған. Ойоштороусылар 500 мең һум аҡса йыйырға ниәтләнә, шуға күрә, түләп йүгереүселәрҙән тыш, бағыусылар һәм партнерҙар эҙләйҙәр, уларҙың ярҙамына ла өмөт ҙур. Йыйылған аҡса тулыһынса шәкәр диабеты менән сирләгән балаларға инсулин помпаһын алыу өсөн тотоноласаҡ. Иҫәп шундай: бер балаға бер йылға етерлек помпа комплекты һәм кәрәкле тотоноу материалдары алынасаҡ. Әлеге көнгә тиклем улар 60 мең һум аҡса йыйыуға өлгәшкән, уны инсулинһыҙ йәшәй алмаған өс йәшлек Василина Латиповаға тапшырғандар.
Әйткәндәй, байрам барышында Батыр “Үҙ тормошоң авторы” фильмы өсөн кадрҙар төшөрәсәк. Был тормошта үҙ юлыңды табыуға, хыялдарыңа ынтылып йәшәргә, яҡшылыҡ эшләүгә арналған мотивациялы фильм 4 февралдә “Родина” кинотеатрында күрһәтеләсәк.
Байрамда һәм хәйриә йүгереүендә ҡатнашып, сирле балаларға ярҙам иткегеҙ, игелек ҡылып, күңелегеҙҙе күтәргегеҙ килһә, һеҙҙе 27 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-да баш ҡаланың Урмансылар паркында көтәләр.