Әйтер һүҙҙәре бар. Ишетергә генә кәрәк25.01.2019

Уртаҡ эшкә ҡушылыу фарыз.

“Беҙҙең йәштәр һүлпән. Үҙҙәрен генә ҡайғырта, уйҙары тик күңел асыуҙа...” Ошолай фекер йөрөтөүселәр байтаҡ бөгөн. Ә бит иғтибарлыраҡ ҡараһаң, республикала аҡыллы, инициативалы, ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән ҡыҙҙар һәм егеттәр ифрат күп. Был ҡарашҡа йәнә бер инаныу өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда ойошторолған “Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәт­намәһе: йәштәр ҡарашы” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”дә булыу ҙа етте беҙгә.

Сараны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарама­ғында эшләгән Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторҙо. Унда республика парламенты депутаттары Андрей Иванюта менән Ринат Нагаев, Рәсәй дәүләт социаль университеты ректораты ҡарама­ғындағы кәңәшсе Рөстәм Әхмәҙи­нуров, республиканың ҡала һәм район йәштәр советтары, ғилми, профсоюз, йәмәғәтселек ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Йәштәр бер тауыштан Радий Хә­бировтың Мөрәжәғәтна­мәһе­нең көнүҙәк, аңлайышлы булыуын, уның яңы, ҡыҙыҡлы форматта яңғыратылыуын билдә­ләне. Шундай мөһим документта ябай хеҙмәт кешеләренең урын алыуы, улар миҫа­лында республика проблемаларының күтәре­леүе лә һәр кемдең күңеленә хуш килде.

“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡаралған мәсьәлә­ләрҙән сығып шуны билдә­ләргә була: йәштәр Мөрә­жәғәтнамәнән үҙҙәренә ҡағылға­нын, яҡынын айырып алған. Был йүнәлештә артабан эшләр өсөн аныҡ тәҡдимдәрен дә әҙерләгән. Мәҫәлән, Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарама­ғындағы Йәш­тәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Даян Солтанғужин табиптар һәм башҡа йәш бел­гестәрҙе ауылға эшкә йәлеп итеү тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уның әйтеүенсә, әлеге ваҡытта район хакимиәт­тә­рендә кадрҙар менән эш һүлпән ойошторолған. Һәр районда мотлаҡ рәүештә бының менән даими шөғөлләнгән эш төркөмөн булдырырға кәрәк, тине ул.

Берҙәм мәғлүмәт базаһы булдырыу ҙа өлгөрөп еткән мәсьәлә. Эйе, районға күпме табип йәки уҡытыусы кәрәклеге тураһында дөйөм мәғлүмәт бар. Ә бына миҫал өсөн эколог, технолог йәки башҡа артыҡ популяр булмаған профессияларға зарурлыҡ тураһында белеп булмай. Ул, “йәш белгес” тигән терминды булдырып, уны норматив документтар менән нығытырға, уларға нимә тейешлеген аныҡ билдәләргә тәҡдим итә.
Шулай уҡ “Ауыл табибы” про­грам­маһына иҫәп тотҡан һәм маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ингәндәр өсөн өҫтөнлөк­тәрҙе яңынан ҡарарға кәрәк, ти Даян Солтанғужин. Ни өсөн ти­гәндә, маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыу йортона ингән студенттарға, вуз бөтөп тыуған ере­нә эшкә ҡайтҡандарға, йәш табиптарҙан айырмалы рәүештә, барлыҡ льготалар ҙа ҡаралмаған.

Сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү, патриотик тәрбиә темаһы ла йәштәр өсөн көнүҙәк. Был йәһәттән полиатлон буйынса донъя чемпионы, Өфө район советы депутаты Артур Кәбировтың фекерҙәре оҡшаны. Спорттың күп кенә төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн йәш буйынса сикләүҙәр бар икән. Бер урында 9 йәштән генә алалар, икенсе урында – 6 йәштән... “Һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн бындай сикләү булмаҫҡа тейеш, – ти спортсы, – һәм быны норматив документтар менән нығытыу зарур”.

Имен булмаған ғаиләләрҙә үҫкән балаларҙы бәләкәйҙән иғтибарға алып, спортҡа йәлеп итергә, был ғына түгел, уларҙы тренерҙар ҡарамағына бирергә кәрәк, ти Артур. Аңлашыла, өйөндә йүнле тәрбиә бирмәгән эскесе ата-әсәнән фәтүә юҡ. Ә тренер – балалар һәм үҫмерҙәр өсөн абруйлы шәхес. Улар спорт менән шөғөлләнеүҙә генә түгел, тормошҡа дөрөҫ ҡараш тәрбиә­ләү, сәләмәт юлға баҫтырыу йәһәтенән дә файҙа килтерә ала. Тренер мәсьәләһенә килгәндә, тағы бер пробле­маға иғтибар йүнәлтте спортсы: был өл­кәлә һөнәрен, балаларҙы ысын мәғәнә­һендә яратҡан кеше эшләргә тейеш. Иҫәпкә бар, һанға юҡ кешеләр, киреһенсә, зыян ғына килтереүе ихтимал. Район хакимиәте башлыҡтары, спорт мәсьәлә­һенә ҙурыраҡ иғтибар биреп, был йүнә­лештә әүҙемерәк булһа ине, тине ул.

– Ауылдарҙа йыш ҡына спорт менән шөғөлләнеүҙе дөрөҫ ойоштормайҙар. Ғәҙәттә, ҙур ауылда дүрт-биш йүнәлеш буйынса түңәрәктәр бар, ә бә­ләкәйерәктәрендә бөтөнләй бер нәмә лә юҡ. Балалар йыраҡ араға йөрөй алмай бит. Минеңсә, һәр ауылда һис юғында бер түңәрәк булдырырға һәм шул йүнәлеште ныҡлап үҫтерергә кәрәк, – ти Артур Кәбиров.

Спортсының тағы бер тәҡдиме – 2025 йылда спорттың 37 төрө буйынса үткәрелгән Бөтә донъя уйындарын Башҡортостанда уҙғарыу. Бының өсөн республикала барлыҡ инфраструктура ла әҙер, спортсылар ҙа бар. Иң мөһиме, уйындарҙы үткәреү хоҡуғында еңелмәҫлек итеп, дөрөҫ ғариза әҙерләп тапшы­рырға ғына ҡала, ти ул.

Һөйләшеү оҙайлы һәм ентекле булды. Йәштәр республика һулы­шын тойоп йәшәй, һәр мәсьәләгә үҙ ҡарашы бар. Республика парламенты депутаттарына бер “түңәрәк өҫтәл” сиктәрендә генә лә әллә күпме тәҡдимдәре булды уларҙың. Шуларҙың береһе – насвайҙы һәм еҫкәй торған тәмә­кене наркотик матдәләр исемле­генә индереү, уны һатыуҙы һәм ҡулланыуҙы тыйыу. Ғөмүмән, йәштәр сәләмәт тормош алып барыу яҡлы икәнлеген күр­һәттеләр.

Һәр кемдең үҙ йүнәлеше, үҙ хәстәре тигәндәй, сығыш яһау­сы­лар үҙ өлкәһен мөһимерәк итеп күрһәткеһе килде, борсоған проблемаларын әйтеп ҡалырға тырышты. Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы конкурсында абсолют еңеүсе, юғары категориялы уҡытыусы Сергей Переверзев мәғариф өлкәһендәге проб­лемалар менән уртаҡлашты. Бында ла тәү сиратта уҡытыу­сының эш хаҡы, һөнәрҙең абруйын күтәреү мәсьәләләре алға сыҡты.
– Йәш уҡытыусыларҙың ни бары 40 проценты самаһы ғына, беренсе йыл эшләгәндән һуң, мәктәптә тороп ҡала. Һөнәрҙең абруйы йылдан-йыл төшә бара. Дөйөм алғанда, тармаҡта хеҙмәт хаҡы күтәрелә тиҙәр, тик уны уртаса һанға еткерер өсөн өҫтәмә сәғәттәр, класс етәкселеге алыр­ға, башҡа йүнәлештәге эштәр менән шөғөлләнергә мәжбүр уҡытыусылар, – тип билдәләне ул.

Ауылдарға уҡытыусыларҙы, ғөмүмән, был һөнәргә йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн “Ауыл табибы” кеүегерәк программаны уҡытыу­сы­лар өсөн дә эшләп сығарырға тәҡдим итә Сергей Переверзев. Мәғариф өлкәһендәге хеҙмәт хаҡы менән генә фатир алып, йорт һалып булмауы аңлашыла шул. Уларға ла льготалар, социаль торлаҡ, ниндәйҙер махсус программалар кәрәк.

Өфө ҡала өлкән класс уҡыу­сылары советы рәйесе Егор Тарасевич мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың сит төбәктәргә уҡырға китеп, кире әйләнеп ҡайт­мауы өсөн борсолоуын белдерҙе. Кисәге студенттарҙы тыуған ерҙә йәшәргә, эшләргә йәлеп итерлек шарттар кәрәк, тигән фекерҙә үҫмер.
* * *
“Киләсәк – йәштәр ҡулында” тигән девизды йыш ишетәбеҙ һәм даими ҡабатлайбыҙ. Килә­сәгебеҙҙе уларҙың ҡулына ышанып тапшырыу өсөн белем алыу, ла­йыҡлы карьера төҙөү, тор­лаҡ­лы итеү, ғаилә ҡороу өсөн ­уңайлы шарттар булдырыу мөһим. Баш­ҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәт­намә­һендә быларҙың бөтәһе лә бар. Күреүебеҙсә, унда күтәрелгән мәсьәләләр тормошҡа ашырыла башланы ла. Бары тик йәштә­ребеҙгә лә йоҡлап ятмай, уртаҡ эшкә ҡушылырға, әүҙемлек күрһәтергә кәрәк.


Вернуться назад