Күрәғарашлыҡҡа нимә сәбәпсе?25.01.2019
Медиктарҙың әйтеүенсә, рәсәйҙәрҙең 50 проценты күрәғарашлыҡтан яфалана. Айырыуса мәктәп йәшендәге балалар араһында ундайҙар күп.

Ғалимдар күрәғарашлыҡ менән мобиль ҡорамалдар һәм компьютер технологиялары араһындағы бәйләнеште асыҡларға теләй. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгес­тәре уҡыусыларҙың сәләмәтлеген тикшереү бурысын үҙ өҫтөнә алды. Әле смартфондарҙың күреү һәләтен боҙоуы тураһында бер ниндәй ҙә дәлил юҡ, тулы күләмдә тикшеренеү алып барылғаны ла булманы, шуға күрә Башҡортостан ғалимдарының ғинуарҙан Өфөләге 14-се мәктәп уҡыусыларының сәләмәтлеген тикшерә башлауы маҡтауға лайыҡ.


Вернуться назад