Февраль аҙағында Ҡазан ҡалаһында медицина ойошмалары етәкселәре өсөн семинар ойошторола.
Халыҡҡа медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу, ойошмаларға идара итеү буйынса алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу – сараның төп маҡсаты.
Медицина ойошмалары етәкселәренә лә талаптар йылдан-йыл арта. Белемдәрен даими арттырыу, квалификацияларын камиллаштырыу менән бергә медицина ярҙамының сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса заманса технологияларға идара итеү оҫталығына ла эйә булырға тейештәр.
Семинарҙа дауалауҙа хаталар ебәргән медицина хеҙмәткәрҙәренә асылған енәйәт эштәре, ойошмаларҙа медицина ярҙамы сифатына эске контролде ойоштороу, дәғүә ҡуйыу мәсьәләләре лә ҡараласаҡ.