Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәрендә бер нисә йорттоң подъезын ҡарап сыҡты. Шуларҙың береһе – Гоголь урамындағы алты ҡатлы 80-се йорт – 1976 йылда һалынған. Йорт советы рәйесе Ольга Ефимова әйтеүенсә, төҙөлгәндән алып подъездарҙа ни бары бер тапҡыр ғына ремонт яһалған. Әле бында хәл шәптән түгел.
– Өфөнөң үҙәгендә шулай булғас, Черниковкалағы йәки Затондағы подъездарҙың ниндәй булыуын күҙ алдына килтерәм, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса яңы республика программаһы нигеҙендәге мотлаҡ эштәр барышында тәҙрәләр пластикка алмаштырылырға, ишектәр, почта йәшниктәре яңыртылырға, беренсе ҡаттағы иҙәнгә плитә түшәлергә, стеналар буялырға, электр сымы кабель каналы менән көпләнергә, энергияны һаҡлаусы лампалар ҡуйылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта эште, халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙырмайынса, йылдам башҡарыу мөһим.
– Был осраҡта берлектә финанслау үҙмаҡсат түгел, ә киләсәктә дөйөм йорт мөлкәтен һаҡлап тотонһон өсөн халыҡҡа ремонтҡа ҡатнашлығын тойоу мөмкинлеген биреү. Шуға күрә уларҙы, айырыуса аҙ тәьмин ителгәндәрҙе һәм пенсионерҙарҙы, аҡса түләргә мәжбүр итергә ярамай, – тине Радий Хәбиров.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкиле ошо аҙнала ведомствоның сайтында быйыл ремонт яһалырға тейешле йорттар исемлегенең баҫыласағы тураһында хәбәр итте. Салауат Хөсәйенов әйтеүенсә, Өфөлә йыл дауамында 1590 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. Радий Хәбиров февраль аҙағы-март башында йорт советтары рәйестәре менән киңәйтелгән осрашыу үткәреп, программаны тормошҡа ашырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерергә ниәтләүе хаҡында әйтте. Шулай уҡ йыл йомғаҡтары буйынса муниципалитеттар араһында иң яҡшы подъезға конкурс иғлан итеү ҡарала.