“Ярлыбыҙ шул, атай…”24.01.2019
Ә һеҙ балаларығыҙҙы әкиәт һөйләп йоҡлатаһығыҙмы? Үҙенә иғтибар тойоп, бөтөн күңелле булып үҫәме бәләкәстәребеҙ? Ошо хаҡта уйланып алайыҡ. Хәйерле төн!

(Ата менән баланың төрлө ҡарашы тураһында хикмәт тәҡдим итәбеҙ).



Бер мәл бик бай кеше улын үҙе менән илдәр буйлап сәйәхәткә алып сыҡҡан. Маҡсаты бер – малайға бәғзеләрҙең нисек йәшәгәнен күрһәтеү. Аҡсаһыҙлыҡтан интегеүҙең ни икәнен күрһен әле!

Улар бер нисә көндө ярлы ғаилә көн иткән ауыл йәйләүендә үткәргән. Ҡайтырға сыҡҡас, ир улының тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынған.

– Бик ныҡ оҡшаны, атай, – тигән малай.

– Ҡайһы бер кешеләрҙең ни тиклем ярлы икәненә төшөндөңмө?

– Әлбиттә!

– Ниндәй айырмалыҡ күрҙең? – тип ныҡышҡан ир.

– Беҙҙең бер эт бар, ә йәйләүҙәгеләрҙеке – дүртәү, – тип сағыштырып һөйләй башлаған улы. – Беҙҙең бассейн баҡсаның яртыһын ғына биләй, ә уларҙың йылғаһының иге-сиге юҡ. Йортобоҙ алдына ҡуйылған бер нисә фонарь төнөн үҙебеҙҙең эргәне генә яҡтыртһа, ауылдағыларҙың баш осонда һанап бөткөһөҙ йондоҙ нур сәсә. Йәшәгән биләмәбеҙ тимер ҡапҡалар менән уратып алынған, ә уларҙа – күҙ күреме етмәҫ яландар, баҫыуҙар, урмандар. Беҙ аҙыҡты һатып алабыҙ, ауылдыҡылар иһә үҙҙәре үҫтерә...

Малай тын ҡалып уйланып торған да өҫтәп ҡуйған:

– Эйе, беҙ шул хәтлем ярлы шул, атай...


Вернуться назад