Кемдең роботы көслөрәк?24.01.2019
Башҡортостанда 2 февралдә “РобоПром-2019” асыҡ робот техникаһы фестивале башлана.

Сараны үткәреү урыны итеп Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы һайланған. Унда республикабыҙҙан һәм Силәбе өлкәһенән йәш робот техниктары ҡатнашасаҡ, ойоштороусылар бөгөнгә 500 тирәһе ғариза ҡабул иткән дә инде. Фестиваль барышында төрлө конкурстар уҙғарыу күҙ уңында тотола.

Еңеүселәрҙе шәп бүләктәр көтә: планшет, ноутбук, смартфон... Шулай уҡ аҡсалата дәртләндереү ҙә ҡаралған.




Вернуться назад