Илеш районында мәктәпкәсә йәштәге ойошмалар тәрбиәләнеүселәре араһында башҡорт әкиәттәре буйынса драма театры конкурсы үтте.
Кескәйҙәрҙе милли мәҙәниәткә ылыҡтырыу, рухи һәм әхлfҡи ҡиммәттәрҙе баһалау, балаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау һәм театр эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын ғәмәлгә ашырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу маҡсаты, һис һүҙһеҙ, йәш таланттарҙы асыуға ла булышты.
Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелары араһында Түбәнге Сереккүл балалар баҡсаһы – беренсе, Үрге Йәркәйҙәге 6-сы балалар баҡсаһы – икенсе, 1-се һәм 2-се балалар баҡсалары өсөнсө урынды алды.