Бөрйән районында ағас алып ҡайтып килгән бабай һәм бүрәнәнең йыуанлығын үлсәп йөрөгән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең фотоһүрәте йәмәғәтселекте битараф ҡалдырманы – социаль селтәрҙә бөтәһе лә бабайҙы йәлләп, уның өсөн ҡайғырҙы тип әйтһәк тә хата булмаҫ.
Республика буйынса ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов социаль селтәрҙә полиция хеҙмәткәрҙәренең был осраҡ буйынса административ протокол төҙөмәүе хаҡында белдерҙе.
Киҫкә алып ҡайтып барған хәл “Лапы әҙерләү тураһында”ғы закон авторы – Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровты ла битараф ҡалдырманы. Ул ылау хужаһының телефонын асыҡлап, Иҙрис Хәмит улы Наурыҙбаевҡа шылтыратҡан.
– Ул ағастарҙы ел ҡолатыуы һәм иҫке бүрәнәләрҙе хужалыҡта файҙаланыу өсөн алып ҡайтып барыуын хаҡында ихласлап һөйләне. Полиция хеҙмәткәрҙәре документ тултырғас, Иҙрис ағайҙы ебәргән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрынан һәм ЮХХДИ идаралығы начальнигынан был осраҡ буйынса тикшереү үткәреп, миңә хәбәр итеүҙәрен үтендем. 2019 йылдың 1 ғинуарынан “Рәсәй Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон ғәмәлгә инеүе һәм уның буйынса граждандарға үҙ мәнфәғәте өсөн киҫкәне бушлай алыу рөхсәт ителеүе хаҡында мәғлүмәтте еткереүҙәрен һораным. Шулай уҡ тикшереү органдарының лапыны әҙерләгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары хаҡындағы мәғлүмәтте миңә хәбәр итһендәр, тинем. Иҙрис ағайға 77 йәш, алты бала тәрбиәләгән. Хоҙай уға һаулыҡ бирһен! – ти Зариф Закир улы.
Депутат 23 февралдә Бөрйән районына егеүле ат уҙышына барғанда ветеранға сәйгә инеп сығасағы хаҡында ла белдерә.
Әйткәндәй, Иҙрис Наурыҙбаев “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә.