Ишембайҙа – янғын!24.01.2019
Ишембай ҡалаһының Чкалов урамындағы 2-се Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә көтмәгәндә янғын сыҡҡан.

Тейешле урынға ваҡытында хәбәр итеү ҙур бәләнән ҡотҡарған. “Ҡыҙыл әтәс” ҡунған бинаға тиҙ арала янғын һүндереүселәр килеп еткән, шул уҡ ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре һәм “Ашығыс ярҙам” да бер нисә минуттан бында булған.

Баҡтиһәң, спорт мәктәбенең 1-се ҡатында гардероб төтәй башлаған. Хәйер, ут менән һаҡһыҙ ҡыланмаһаң, пластик панелгә тоҡанырға күп кәрәкме ни! Бәхеткә күрә, үлеүселәр һәм төтөн менән ағыуланыусылар юҡ. Янғын сығыуҙың сәбәптәрен асыҡлау дауам итә.




Вернуться назад