Ура-а-а, уҡырға бармайбыҙ!24.01.2019
Ура-а-а, уҡырға бармайбыҙ!Элегерәк, санитария нормаларына ярашлы, ауылда йәшәгән башланғыс класс уҡыусылары – 23 градус, ҡаланыҡылар 25 градус һыуыҡ булһа мәктәпкә бармай ине. Ауылда йәшәгән V-IX класс уҡыусылары – 25, ҡаланыҡылар 27 градус һалҡын булғанда өйҙә ҡала алды. Ә инде ауылдың юғары класс уҡыусылары – минус 30, ҡаланыҡылар минус 32 градус булһа уҡыманы.

Хәҙер иһә республиканың Мәғариф министрлығынан аңлатыуҙарынса, һәр мәктәп быны үҙе хәл итә. Бында климат үҙенсәлектәре, тыштағы һауа торошо, миҙгел сирҙәре менән ауырыусылар һаны иҫәпкә алына.

Ә һыуыҡ көндө балаһының мәктәпкә барыу-бармауы тураһындағы һуңғы ҡарарҙы һәр ата-әсә үҙе ҡабул итә.
Шул уҡ ваҡытта мәктәп, һауа торошона ҡарамай, нисә бала килһә лә, уларҙы ҡабул итергә һәм уҡытырға әҙер булырға тейеш.


Вернуться назад