“Блокада икмәге”нән ауыҙ итәйек24.01.2019
Бөрө ҡалаһындағы икмәкханаларҙың береһендә блокадалағы Ленинград рецебы буйынса 12 меңдән ашыу ризыҡ порцияһы бешерелде. Технологтар 1941 йылғы рецептураны тулыһынса тергеҙгән. Әлеге икмәк составында обой онтағы ғына юҡ.

Акцияны үткәреү башланғысын биш йыл элек “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең төбәк бүлексәһе әүҙемселәре һәм Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев тәҡдим иткәйне. 25-26 ғинуарҙа үткәреләсәк “Блокада икмәге” ватансылыҡ сараһында ошо 125 грамлыҡ телемдәрҙе республика халҡына, ә 27 ғинуарҙа Илдар Бикбаев уны Санкт-Петербургтағы Пискарев мемориаль комплексында, икмәк музейында таратасаҡ, шулай уҡ Санкт-Петербург етәкселегенә лә тапшырасаҡ.

Әйткәндәй, депутат 27 ғинуарҙа блокадалағы халыҡ иҫтәлегенә шул осорҙағы кешеләрҙең хәлен аңлау өсөн көн буйы 125 грамлыҡ икмәк һәм һыу менән генә туҡланырға тәҡдим итте.




Вернуться назад