Башҡортостанда иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы конкурсына йомғаҡ яһалды. Баһалама комиссияһы 52 муниципалитеттың эшен тикшерҙе.
Ҡала округтары һәм биләмәләре төркөмөндә беренсе урынға – Октябрьский, икенсегә – Учалы, өсөнсөгә Яңауыл ҡалаһы сыҡты. Ауыл биләмәләре категорияһында иһә урындар түбәндәгесә бүленде: беренсе – Борай районының Борай ауылы, икенсе – Әбйәлил районының Асҡар ауылы, өсөнсө – Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылы һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылы.
Еңеүселәр аҡсалата премия менән бүләкләнә. Беренсе урын өсөн – 500 мең һум, икенсегә – 200 мең, өсөнсөгә 150 мең һум тапшырыла. Өсөнсө урынды бүлешкән ауыл биләмәләренең һәр береһенә 75 мең һум тапшырыла. Был премия муниципаль берәмекте төҙөкләндереүгә йүнәлтелергә тейеш.
Комиссия биләмәләрҙең биҙәлешен, Яңы йыл шыршыһын, иллюминацияларҙы, скульптура композицияларын, боҙ һәм ҡар һындарҙы баһаланы.