Сирлеләр һаны күпмегә етер?24.01.2019
Өфөгә олимпиадала ҡатнашырға тип килеп, эсәк инфекцияһы сире менән ауырып киткән балалар һаны артты. Бөгөн алынған мәғлүмәттәр буйынса, баш ҡаланың 4-се инфекция дауаханаһында әле 12 бала (кисә туғыҙ ине) һәм бер өлкән кеше (уҡытыусы) ята.

“Уларҙың барыһының да хәле уртаса ауырлыҡта. Граждандарға бушлай медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса дәүләт гарантияһы программаһы сиктәрендә бөтәһе лә тейешле дауа ала”, – тинеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Барлығы “Амакс Турист”ҡунаҡханаһына 186 кеше урынлашҡан булған. Әле унда 109-ы ҡалған, 64 уҡыусы ҡайтып киткән.



Вернуться назад