Етем тигәс тә...24.01.2019
2013 – 2014 йылдарҙа Миәкәлә һигеҙ етемде торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса сиратҡа ҡуялар. Әммә район хакимиәте уларға сираттан тыш фатир бирергә ашыҡмай. Һөҙөмтәлә етемдәрҙең берәүҙәре – белем алған уҡыу йортоноң ятағында, икенселәр – ҡуртымға алып, өсөнсөләре опекунлыҡҡа алған ғаиләләрҙә көн итергә мәжбүр булған.

Ярай был эшкә Миәкә прокуратураһы ҡыҫылған – үкһеҙҙәрҙең хоҡуғын яҡлап, судҡа мөрәжәғәт иткән. Ошо көндәрҙә район хакимиәте һигеҙ етемгә яңы йорттан фатир бирҙе.




Вернуться назад