Өфөнөң махсус хеҙмәттәренә балаларҙың күпләп сирләүе тураһында мәғлүмәт килгән. Унда “Амакс Турист” ҡунаҡханаһында йәшәгән 13 балаға медицина ярҙамы кәрәклеге тураһында хәбәр ителгән.
“Урынға шунда уҡ табиптар, Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәре, “Роспотребнадзор” вәкиле һәм Өфө хакимиәте кешеләре йүнәлде”, – тип хәбәр итәләр Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
“Эсәк инфекцияһы” тигән диагноз күҙалланған 15 йәштән 17 йәшкә тиклемге өс баланы дауаханаға алып киткәндәр.
Билдәле булыуынса, ҡунаҡханала 140 бала йәшәй. Улар баш ҡалаға биология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабына килгән. Әлеге мәлдә табиптар ҡунаҡханала ҡалған балаларҙы тикшерә, “Роспотребнадзор” шулай уҡ тикшереү эше алып бара.