Сибайҙарға - емеш-еләк һәм гитара24.01.2019
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаров Сибай карьерына барған. Ул карьерҙың төбөнә тиклем төшкән һәм янған сығанаҡтарын ҡарап сыҡҡан. Шулай уҡ таусылар менән осрашҡан, эш барышы менән танышҡан.

“Килеп сыҡҡан хәлде бөтөрөү өсөн белгестәр мөмин булғандың барыһын да эшләй. Эш әүҙем һәм тәнәфесһеҙ дауам итә. Ҡалалағы экологик хәл беҙҙең һәр беребеҙҙе борсой, сибайҙар бәләлә яңғыҙ тороп ҡалманы. Проблеманы хәл итеү өсөн бик күп кешеләр тырыша: республика етәкселеге, ғалимдар, табиптар, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм депутаттар”, – тине Денис Назаров.


Шулай уҡ ул Сибайҙың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында булды, уларға бүләктәр һәм иммунитетын күтәреү өсөн емеш-еләк килтергән. Денис Назаров приютҡа тәүге йыл ғына ярҙам итмәй, бында даими килә. Әле лә унда тәрбиәләнеүселәр менән аралашҡандан һуң, уларҙың музыка менән шөғөлләнергә теләүҙәрен асыҡлай. Киләһе килгәнендә гитара һәм башҡа музыка ҡоралдары бүләк итергә вәғәҙә бирә.


Вернуться назад