Бррр... Һыуыҡ!24.01.2019
“Башгидрометүҙәк” быйыл һуңға ҡалған керәшен һыуыҡтарының республикаға 24 ғинуарҙа килеп етеүен күҙаллай. Төбәктә һауа температураһының 25-30, урыны менән 20-25, көндөҙ 13-18, айырым райондарҙа 23 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Яуым-төшөм кәмей.

24 ғинуарҙа урыны менән бер аҙ ҡар яуа, көндөҙ һепертмә буран сыға. Ел көнбайыштан, әкренләп көньяҡ-көнсығышҡа күсә. Һауа температураһы төндә 25-30, урыны менән 20, көндөҙ 14-19 градус һалҡын була.

25 ғинуарҙа синоптиктар ҡар яуыуын, бер аҙ буран сығыуын, юлға көрт һалыуын фаразлай. Елдең көньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа күсеүе, көсәйеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә 16-21, аяҙытҡанда 23-28, көндөҙ иһә 10-15 градус һалҡын була.


Вернуться назад