Һин бит миңә бөгөн "Һөйәм" тинең...24.01.2019
Тормошобоҙҙоң һәр миҙгеле йәмле, һоҡланып, йәшәп туймаҫлыҡ. Әлеге һалҡын ҡыш төнө лә ҡайһылай матур! Ниндәй генә мәл булмаһын, бер-беребеҙҙең күңелен өшөтмәй, йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәй, яҡты хистәребеҙҙе өләшеп йәшәйек. Хәйерле төн!

(“Ҡышҡы сейә” йырының һүҙҙәрен тәҡдим итәбеҙ).

Ҡышҡы сейә

Виниса Фәттәхова һүҙҙәре,
Илгиз Закиров көйө.


Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар
Килеп ҡуна битем остарына.
Күҙҙәремдә – ай һәм йондоҙ нуры,
Бөтөрөләм хистәр ҡосағында.

Ҡушымта:

Күрмәйем мин яуған ҡарҙарҙы ла,
Етәкләшеп барған парҙарҙы ла –
Һин бит миңә бөгөн: “Һөйәм, – тинең, –
Ҡыш көнөндә бешкән сейәм”, – тинең.

“Күкрәгемә ҡыҫып йылытырмын,
Сейәм, – тинең, – һине өшөтмәм”.
Бындай татлы, наҙлы һүҙҙәрҙе лә
Мин бит тәүге тапҡыр ишетәм.

Ҡушымта шул уҡ.

Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар
Килеп ҡуна битем остарына.
Ирендәрҙә – татлы сейә тәме,
Ирейем мин һинең ҡосағыңда.
Ҡушымта шул уҡ.


Вернуться назад