Бер куртка арҡаһында...23.01.2019
Бер куртка арҡаһында...Кисә таңғы сәғәт 5-тә Нефтекама ҡалаһындағы кафеларҙың береһенән “Росгвардия”ның үҙәкләштерелгән һаҡ пунктына хәүеф тураһында хәбәр килә. Тәртип һаҡсылары кисекмәҫтән урынға юллана.

Асыҡланыуынса, кафеға килгән кешеләрҙең береһе кейеп килгән курткаһының юғалыуын күреп ҡала һәм хеҙмәткәрҙәр шунда уҡ хәүеф сигналы төймәһенә баҫа. Юғалтыусының бәхетенә күрә, бинала видеокамералар ҡуйылған, бурҙың нимә эшләгәне төшөрөп алынған була.

Эсеп алған бер әҙәм күрше өҫтәлдәгеләрҙең өҫ кейемен ҡалдырып тышҡа юлланғанын күреп ҡала ла, береһенең курткаһын эләктереп, тиҙ-тиҙ генә сығып китә.

“Росгвардия” хеҙмәткәрҙәре, видеояҙманы ентекләп өйрәнә. Һәм күп тә үтмәй 21 йәшлек бур тотола. Уны полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыралар.




Вернуться назад