Норвегияла Башҡортостан егетенең ҡатын-ҡыҙға һөжүм итеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әле тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды.
Магазинда кассала һатып алған әйберҙәре өсөн иҫәпләшеп торған ҡатын-ҡыҙға бысаҡ менән сәнскән 20 йәшлек яҡташыбыҙ үҙенең тәү биргән мәғлүмәтенән баш тартҡан. Ул был ҡылығын террор акты тип атағайны. Хәҙер иһә бының террорсылыҡҡа ҡыҫылышы юҡ икәнен иҫбатлай. Йәнәһе, ул ваҡытта ни бары үҙен насар тойған.
Егет Норвегияға Швеция аша Өфөнән отпуск ялына килгән. Хатта уның Мәскәүгә кире ҡайтыу билеты ла булған.
Әле полиция тикшереү эшен алып бара. Суд ултырышы 15 февралгә тәғәйенләнгән.
Рәсәйҙең Норвегиялағы илселеге ҡулға алынған әҙәмгә юридик һәм дипломатик ярҙам тәҡдим иткән, әммә әлегә яуап алмаған.