Свердловск өлкәһендә 35 йәшлек Башҡортостан кешеһе һәләк булған. Елена һәм уның 31 йәшлек әхирәте – тағы бер Елена 19 ғинуарҙа Сухогорск ташы районында аҙаша. Ҡатындарҙың үҙҙәре менән аҙығы ла, шырпыһы ла булмаған.
Уларҙы өс көн дауамында эҙләйҙәр. Туристар менән бәйләнешкә сыҡҡас, дүртенсе көнөнә саҡ вертолет ебәрәләр. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге Елена өшөп үлгән була, ә икенсе ҡатынды үтә ауыр торошта дауаханаға алып китәләр. Уның хәле бик ауыр, аяҡ-ҡулдарын киҫеү хәүефе бар.
Беҙҙең Еленаның бәләкәй улы ҡалған, тиҙәр. Ул сығышы менән Бәләбәйҙән.
Турист ҡатындарҙың бындай бәләгә тарыуы сәбәбе – урманға әҙерлекһеҙ сығыуҙа. Улар төркөм менән тауға йүнәлә, тик таныштарын осратып, артта тороп ҡала. Был ваҡытта ныҡлап ҡар яуа башлай, бәйләнеш насарая. Әхирәттәрҙең юҡлығын асыҡлап, ике сәғәттән һуң кире әйләнеп килеп, төркөм менән уларҙы эҙләп ҡарайҙар, тик файҙа булмай.
Яҡын ергә генә барабыҙ тип уйлаған туристар тейешенсә кейенмәй һәм үҙҙәре менән кәрәк-яраҡ, аҙыҡ та алмай. Ошо сәбәпле аяныслы хәлгә юл ҡуйыла.