“Торатау”ҙа кемдәр йыйыла?23.01.2019
1 февралдә Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында мәғариф етәкселәренең 1-се форумының ойошторолоуы тураһында хәбәр иттеләр.

Мөһим сарала мәктәп директорҙары, мәғарифҡа яуаплы урындағы үҙидара органы етәкселәре, башҡарма власть органы вәкилдәре, педагогик хеҙмәткәрҙәр, һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре, йәмғеһе 700 тирәһе кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Форум барышында “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектының үтәлеше, ауыл мәктәптәренә йәш белгестәрҙе ылыҡтырыу, һәләтле балаларға ярҙам итеү, белем усағында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тикшереләсәк. Шулай уҡ халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңгән уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһынан Башҡортостан Башлығы премияһын алғандарҙы бүләкләү тантанаһы үтәсәк.



Вернуться назад