Радий Хәбиров Өфөнөң күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыуға әҙерлеген тикшерҙе.
Төбәк етәксеһе баш ҡаланың Гоголь урамындағы 80-се йорт подъезын ҡарап сыҡты, урындағы халыҡ менән аралашты. Подъездағы бөтә нәмәне алмаштырырға, иҙән һәм түшәмде төҙөкләндерергә, стеналарҙы буярға, тәҙрәләрҙе, электр сымын яңыртырға кәрәк, шул уҡ ваҡытта эште тиҙ һәм сифатлы башҡарыу фарыз, тип билдәләне ул.
– Программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн бюджетҡа аҡса һалынған. Әле ойоштороу эштәре бара. Хөкүмәт үҙ бурысын үтәне, муниципалитеттар аныҡ план төҙөй алырмы, тип борсолам. Әлбиттә, йәмәғәтселектең һәм урындағы халыҡтың ярҙамы кәрәк. Программа уңышлы үтәлһә, подъездарыбыҙҙа барыһы ла яҡшы буласаҡ, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров Бәләбәйҙә булыуы, ҡала башлығының ҡайһы подъездарҙа ремонт яһарға кәрәклеген аныҡ белеүе тураһында һөйләне. Уның фекеренсә, программа күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән кешеләрҙе берләштереү йәһәтенән дә ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.