Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды Үзбәкстан гражданына ҡуҙғатылған енәйәт эшен ҡарап, 24 йәшлек ирҙе 15 йылға иркенән мәхрүм итте. Шулай уҡ үҙе үлтергән кешенең ағаһына матди зыянды ҡапларға һәм бер миллион һум аҡса түләргә тейеш.
Хөкүм ителгән ир былтыр 20 ғинуарҙа элек эшләп киткән кафеға урлашырға бара. Кафе биләмәһенә күрше йорттоң ихатаһы аша төшөргә була. Шул саҡта өйҙән сыҡҡан С. уны күреп ҡала һәм ихатаһынан сығыуын талап итә, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырыу менән янай. Ҡараҡ, күп уйлап тормай, йорт хужаһының муйына бысаҡ ҡаҙай. С. ергә ауып, алған яраһынан йән бирә. Енәйәтсе иһә, уйлаған ниәтен ғәмәлгә ашырып, кафела урлаша, 38 мең һум аҡсаға “май һөртә”.